Новости

В Вене состоялся специальный показ фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима

22 ноября 2019

В Вене в рамках форума «Башкортостан-Европа» состоялся специальный показ фильма «Сестренка».

Долгожданную киноновинку по повести Мустая Карима «Радость нашего дома» демонстрировали в одном из старейших кинотеатров Австрии «Бург-кино». На первый сеанс в столице Австрии пригласили известных персон города и выходцев из Башкортостана.

Военная драма «Сестрёнка» снята кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры России и Фонда имени Мустая Карима. Действие «Сестренки» происходит в годы Великой Отечественной войны. В разоренном доме советские солдаты находят украинскую девочку Оксану. Ребенок обретает приют в новой башкирской семье. Герои картины говорят на русском, башкирском и украинском языках. В Вене фильм показали с английскими субтитрами. Открыл показ учредитель Фонда имени Мустая Карима Тимербулат Каримов. Он отметил, для Мустафы Сафича Вена - это не просто город. Именно в столице Австрии Мустай Карим встретил победу над фашистскими захватчиками.

«Когда родилась идея организовать показ фильма «Сестрёнка» в Вене, мы с большой радостью откликнулись, потому что в жизни, творчестве Мустая Карима Вена занимала особое место. Пройдя всю войну, он закончил её в Вене, и среди множества его больших заслуженных наград он особо выделял простую солдатскую медаль за освобождение Вены», - отметил Тимербулат Каримов.

Напомним, картину снимали в деревне Новохасаново Белорецкого района. Здесь съемочная бригада построила огромные декорации в несколько домов, которые полностью воспроизводили антураж того времени. Главные роли в фильме исполнили Марта Тимофеева и Арслан Крымчурин. В широкий прокат «Сестренка» вышла 19 сентября. Премьера приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима. Прокатом киноленты занимается компания Walt Disney.

Источник: РБК Уфа
Фото: culture.ru

_____

Венала «Башҡортостан-Европа» форумы сиктәрендә «Һеңлекәш» фильмының махсус күрһәтеү сараһы уҙҙы.

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән, көтөп алынған  яңы фильм Австрияның  «Бург-кино» тигән иң боронғо кинотеатрҙарҙың береһендә күрһәтелде. Австрия башҡалаһында үткән беренсе сеансҡа ҡаланың билдәле шәхестәре һәм сығышы менән Башҡортостандан булыусы кешеләр саҡырылды.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. «Һеңлекәш» фильмының ваҡиғалары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бара. Емерелгән йортта совет һалдаттары Оксана исемле украин ҡыҙын таба. Һүрәт геройҙары рус, башҡорт һәм украин телендә һөйләшә. Венала фильм инглиз субтитрҙары менән күрһәтелде. Сараны Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Тимербулат Кәримов асып ебәрҙе. Ул Мостафа Сафич өсөн Вена – ҡалаларҙың береһе генә түгел, тап Австрия башҡалаһында Мостай Кәрим фашист баҫҡынсыларын еңгән көндө ҡаршы алды, тип һөйләне.

«Венала «Һеңлекәш» фильмын күрһәтеүҙе ойоштороу идеяһы тыуғас та, беҙ ихлас күңелдән ризалаштыҡ, сөнки Вена Мостай Кәримдең тормошонда ла, ижадында ла айырым урын биләй. Бар һуғышты үтеп, ул уны Венала тамамлай, һәм  байтаҡ ҙур, атаҡлы наградалары араһынан ул «Венаны азат иткән өсөн» тигән ябай һалдат миҙалын айырыуса билдәләп үтә ине», - тип әйтеп үтте Тимербулат Кәримов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һүрәт Белорет районының Яңы Хәсән ауылында төшөрөлдө. Бында съемка бригадаһы бер-нисә йортлоҡ бик ҙур декорациялар төҙөнө, улар теге замандың антуражын тулыһынса ҡабатлай ине. Төп ролдәрҙе Марта Тимофеева менән Арыҫлан Ҡырымсурин башҡарҙы. Киң прокатҡа «Һеңлекәш» фильмы 19 сентябрь сығарылды. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуының 100 йыллығына бағышланды. Кинотаҫма прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә.